17 апрелдән 26 майға тиклем республикала йәшәүселәр «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидатҡа тауыш биреү өсөн PG.ER.RU сайтында теркәлә ала. Һайлаусыларға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша верификация процедураһын үтергә кәрәк. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, праймериз тәүгә онлайн-форматта ғына, 22 майҙан 28-нә ҡәҙәр уҙғарыла.
Теркәү процедураһында техник ауырлыҡтар килеп тыуған осраҡта, техник ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип билдәләне «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы башҡарма комитетының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов.
«Ысынында иһә республикабыҙҙың электрон тауыш биреү генәүткәреү тәжрибәһе юҡ, хатта праймериз форматында ла. Шуға күрә ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуыр, әлбиттә. Беҙ ҡыҫҡа инструкциялар әҙерләйбеҙ, шул иҫәптән видео форматта ла. Тауыш биреүҙе уҙғарыу процедураһы һәм теркәү алгоритмдары тураһында мәғлүмәтте ентекләберәк аңлатырға тырышырбыҙ. Шулай уҡ беҙҙә мәғлүмәт пункттарының эше ойошторола. Республикала партияның 4200-ҙән ашыу беренсел бүлексәһе бар. Уларҙы һайлаусыларға ярҙам итеү процесына йәлеп итәбеҙ», — тине ул.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.