Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Март 2023, 16:31

Радий Хәбиров Рөстәм Миңлеханов менән бергә төшкән фотоһын социаль селтәргә һалған

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан Башлығы бөгөн Һамарҙа, бында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында Волга буйы федераль округы төбәктәренең иҡтисади һәм үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелә.

«Санкция баҫымы шарттарында һәр төбәктең яңы мөмкинлектәрен асырға кәрәк», — тип яҙған Радий Хәбиров һәм Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов менән бергә төшкән фотоһын һалған. «Беҙ туғандаш Татарстан һәм республика Рәйесе Рөстәм Нурғәли улы Миңлеханов менән күптән һәм бик һөҙөмтәле эшләйбеҙ», тип билдәләгән ул.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-03-17/radiy-habirov-opublikoval-v-sotssetyah-sovmestnoe-foto-s-rustamom-minnihanovym-3181583

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: