Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март 2023, 12:31

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин сәйәсәттә көсөн һынап ҡарарға уйлай

«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
Фото:«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте

Йәмәғәт эшмәкәре, бер нисә тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн ойоштороу комитетына тейешле документтарын тапшырҙы.

«Мин спорт карьерамды тамамланым һәм туплаған тәжрибәмде йәштәр менән уртаҡлашырға теләйем. Башҡортостан  –  миңә көс-дәрт биргән төбәк. Республикаға файҙа килтерә алырмын тип ышанам. Бында рәхмәтле һәм изге күңелле кешеләр йәшәй. Башҡортостанда тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен тип иҫәпләйем», – тип билдәләне Эльбрус Ниғмәтуллин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-03-14/samyy-silnyy-chelovek-rossii-elbrus-nigmatullin-reshil-poprobovat-svoi-sily-v-politike-3176424

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: