


Башҡортостан делегацияһының Иранға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рәсәй Федерацияһының Ирандағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей Дедов һәм Рәсәйҙең сауҙа вәкиле Рөстәм Йыһаншин менән осрашты.
«Мөнәсәбәттәребеҙҙең төбәк аспекты мөһим роль уйнай. Рәсәй менән Иран араһында бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу менән бер рәттән төбәктәр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙур әһәмиәткә эйә була бара», — тине Алексей Дедов. Әле Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн территориялар билдәләнә, хәбәр итте ул. Улар иҫәбендә — ғәйәт ҙур сәнәғәт һәм фәнни ҡеүәткә эйә булған Меркези провинцияһы.
Илсе менән әңгәмәлә республика Башлығы Башҡортостандың рәсми делегацияһының сәфәре барышында Иран партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләүҙәрен әйтте.
«Эшлекле бәйләнештәрҙең яҡшы булыуы менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Бында экспорт, импорт, үҙ-ара эш итеү өсөн тағы бер үҫеш нөктәһе таптыҡ тип ышанам», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең дипломатик миссияһы етәксеһе менән Иран Ислам Республикаһы менән хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшерҙе.
«Иранда Рәсәй Илселеге — беҙҙең партнер. Донъяның күп кенә дәүләттәрендә Рәсәйҙең сауҙа вәкиллектәре эшләй. Беҙ уларҙың структураһына Башҡортостандан белгестәрҙе индерәбеҙ, һуңынан улар сауҙа вәкиллектәренең штаттағы хеҙмәткәрҙәре булып китә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.