06:02 (UTC+5), 13 Марта 2023

Радий Хәбиров Иранға туристик сәфәрҙәр перспективалары хаҡында һөйләне

Альмира Давлетбаева

12 мартта Тегеранда Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ирандың баш ҡалаһындағы Ниаваран тарихи-мәҙәни үҙәгенә барҙы.

Комплекс биш бинанан тора: Ниаваран һарайы, Әхмәт-шаһ павильоны, Сахибкарание һарайы, Джахан Нама музейы һәм китапхана.

Һарай королдәрҙең тантаналарын үткәреү өсөн төҙөлгән, ләкин һуңыраҡ ул Ирандың икенсе короле Мөхәммәт Реза-шахтың резиденцияһына әүерелгән. Үҙәктең дөйөм майҙаны – 9 мең квадрат метр.

Ниаваран тарихи-мәҙәни үҙәгендә ҡунаҡтар майҙаны 800 квадрат метрлыҡ Әхмәт-шаһ павильонын да ҡараны. Ул 1910 йылда, Каджарҙар осоро аҙағында, Әхмәт-шаһтың торлағы итеп һалынған. Ике ҡатлы бинаның интерьеры көмөш, бронза, фил һөйәге, ағастан эшләнгән декоратив әйберҙәр менән биҙәлгән. Бында төрлө илдәрҙән килтерелгән сувенирҙар ҙа бар.

Башҡортостан делегацияһы Ниаваран комплексының автомобиль музейын да ҡараны. Уны 2013 йылдың июлендә асҡандар. Бында Пехлеви ғаиләһенең автомобилдәре ҡуйылған, улар ҡомартҡы статусына эйә.

Радий Хәбиров үҙенсәлекле комплексты шул килеш һаҡлап ҡалған Тегеран ҡала властарының ыңғай тәжрибәһен билдәләне.

«Был ил – туристар өсөн ожмах. Беҙ ошо йүнәлеште әүҙем үҫтерербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Минең бурыстарымдың береһе - Башҡортостан халҡы төрлө илдәргә, шул иҫәптән Иранға сәйәхәт итә, иҫтәлекле урындар менән таныша алһын. Әлбиттә, бының өсөн тура рейстар асырға кәрәк. Дуҫтарса мөнәсәбәттәге илдәр менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтергәндә ошо мәсьәләне хәл итеү менән дә шөғөлләнәбеҙ».  
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика