
Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.
«Константин Борисовичты юбилейы менән ихлас ҡотлайым. Ул сирек быуатҡа яҡын республика парламентын етәкләй, ә был йылдар бик ҡатмарлы булды. Федераль үҙәк менән төбәктең үҙ-ара килешеп эш итеүен көйләргә, башҡарма һәм закондар сығарыу власының берлектәге эшен ойошторорға, Башҡортостандың үҫешенә булышлыҡ иткән закондар сығарыу базаһын булдырырға кәрәк ине. Күп осраҡта быға Толкачевтың оҫталығы, алдан күрә белеүсәнлеге һәм тәжрибәһе һөҙөмтәһендә өлгәшелде.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм парламенты даими рәүештә тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй, сөнки беҙҙең маҡсатыбыҙ уртаҡ — республиканың уңышлы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн шарттар булдырыу. Константин Борисовичты мин эш һөйөүсән, үҙ позицияһын яҡлай белгән, һәр саҡ республикаһына һәм иленә файҙа килтерергә ынтылған кеше булараҡ беләм», — тип яҙҙы Андрей Назаров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.