10:36 (UTC+5), 17 Февраля 2023

Өфөлә реконструкциянан һуң Нефтехимиктар паркының ҡасан асылыуы билдәле булды

Фото: glavarb.ru

Быйыл май аҙағында Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә Нефтехимиктар паркы асыла. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә ҡаланың 1947 йылда нигеҙ һалынған боронғо рекреацион зоналарының береһен яңыртыу барышы менән танышҡандан һуң әйтте.

Нефтехимиктар паркын реконструкциялау проектында иң мөһиме – ингән ерҙә тарихи арканы тергеҙеү.

Кисә Радий Хәбиров яңы арканы төҙөү барышы менән танышты.

«Паркты төҙөкләндерә башлағас, ветерандарыбыҙ һәм күрше йорттарҙа йәшәүселәр уны тергеҙеүҙе һораны. Беҙ ошо эште башҡарабыҙ. Бик матур килеп сығырға тейеш. Паркты быйыл май аҙағында файҙаланыуға тапшырабыҙ. Шунан һуң мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы фонтанды тергеҙеүгә һәм күрше скверҙарҙы төҙөкләндереүгә тотонабыҙ», – тине республика етәксеһе.

Подряд ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, колонналарҙың бейеклеге – 8,5 метр, арканың киңлеге – 13 метрҙан ашыу.

«Паркта балалар һәм спорт майҙансыҡтары тулыһынса әҙер, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, юлдар һалынған, видеокүҙәтеү камералары монтажлау бара. Колонналар граниттан һәм тәбиғи таштан эшләнгән», – тип билдәләне төҙөүселәр.

Парктың ландшафт үҙенсәлеге һаҡлап ҡалынған – ҡарт һәм ауырыу ағастарҙы ғына йыҡҡандар, уларҙың урынына бейек ағастар ултыртҡандар.

Парк биләмәһен йәшелләндереүгә, ағастар, ҡыуаҡтар һәм сәскәләрҙең төрлө сорттарын арттырыуға иғтибар бүленгән.

Төҙөкләндереү эштәренең дөйөм хаҡы 400 миллион һумға баһалана.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-02-16/stalo-izvestno-kogda-posle-rekonstruktsii-otkroetsya-park-neftehimikov-v-ufe-3146088

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика