15:47 (UTC+5), 09 Февраля 2023

Өфө федераль рейтингтарҙа беренсе урында килә — Мәүлиев

Фото: Өфө хакимиәте
Альмира Давлетбаева

2022 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса Өфө миллионлы ҡалалар рейтингында тейәп оҙатылған продукция күләме буйынса — беренсе, халыҡтың миграция үҫеше буйынса — икенсе (Краснодарҙан ҡала), торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу һәм йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше буйынса дүртенсе урынды алды. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡала советы депутаттары алдында 2022 йылда ҡала үҫеше йомғаҡтары тураһында доклад менән сығыш яһағанда ошо хаҡта әйтте.

«Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда, миллионлы ҡалалар араһында дөйөм статистик күрһәткестәр буйынса Өфө икенсе урынды биләй. Был һөҙөмтәне яҡшыртырға мөмкин, ҡаланы төрлө яҡлап үҙгәртеү буйынса комплекслы программалар әҙерләнгән», — тине баш ҡала мэры.

2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә ҙур эштәр башҡарыла, тип билдәләне ул: «Был федераль кимәлдәге ваҡиға. Ваҡыт бик аҙ ҡалып бара, финиш һыҙығына сығабыҙ. Юбилейға әҙерләнгәндә беҙҙең өсөн иң мөһиме  — 450 йыллыҡты билдәләгәндән һуң өфөләргә ҡалдырылған мираҫ. Ҡалабыҙҙа барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә. Өфөләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә өлгәшергә тейешбеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-02-09/ufa-lidiruet-v-federalnyh-reytingah-mavliev-3136516

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика