
Украина президенты Владимир Зеленский «Башҡортостан сода компанияһы» һәм «Башҡортостан ташыу компанияһы»на ҡаршы санкциялар индерҙе, тип хәбәр ителә илдең хөкүмәт ресурсы сайтында.
Рәсми документҡа ярашлы, сикләүҙәр (активтарҙы блокировкалау һәм капиталды сығарыу, лицензияларҙы бөтөрөү, Украина биләмәһе аша операцияларҙы һәм транзитты сикләү) 10 йыл ғәмәлдә була.
«БСК» һәм «БПК»-нан тыш, исемлектә Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан тағы ла 180 компания бар. Улар араһында — «Уралкалий», «Щекиноазот», Себер лизинг компанияһы, «Беларуськалий», «СГ-Транс» һәм башҡалар.
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Башкортостан» ТРК-ның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, РБК холдингының генераль директоры Рауил Ватолин, «Вся Уфа» каналының элекке директоры Азамат Йәнбирҙин һәм Өфөлә Business FM радиостанцияһыныңгенераль директоры Станислав Челнынцевтың Зеленский санкцияларына эләгеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.