10:03 (UTC+5), 25 Января 2023

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам темаһы буйынса һорауҙарҙы Ҡоролтайға ебәрергә мөмкин

Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев республика халҡынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү буйынса һорауҙарҙы Ҡоролтайға ебәреүҙәрен һораны. Уларҙың барыһы ла республика вице-премьеры — финанс министры исеменә йүнәлтелә. Һорауҙарҙы kurultay@gsrb.ru электрон почтаһына йәки 450008, Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресына ебәрергә мөмкин.

«Хөкүмәт сәғәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү темаһы тикшерелә. Механизм яйға һалынғанмы-юҡмы икәнен, ниндәй проблемалар булыуын һәм ярҙам яҡташтарыбыҙға барып етһен өсөн тағы нимә эшләргә кәрәклеген аңларға кәрәк», — тип билдәләне Башҡортостан парламенты спикеры.

Шулай уҡ хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам сараларын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәрҙе тикшереү күҙаллана.

«Башҡортостанда яугирҙәрҙең ғаиләләре транспорт һалымын түләүҙән азат ителгән, мохтаждарға бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтелә, баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирелгән, ә ауылда ер участкаһы булғандар тәү сиратта ағас алыу хоҡуғына эйә, –  тине Константин Толкачев. –  Эш дауам итә. Беҙ башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнәбеҙ, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарайбыҙ. Республика Хөкүмәте менән берлектә өҫтәмә ярҙам саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ. Көсөргәнешле бюджет һәм юғары билдәһеҙлек шарттарында һәр һум иҫәптә. Шуға күрә һәр ҡарарыбыҙ аталары, ирҙәре, улдары махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған ғаиләләрҙең тормошон күпкә еңеләйтергә тейеш».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-01-24/voprosy-po-teme-podderzhki-semey-uchastnikov-svo-mozhno-napravlyat-v-kurultay-3117535

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика