
Рәсәй президенты Владимир Путин быйыл хөкүмәт ағзалары менән тәүге кәңәшмәһендә ағымдағы йылға эштең алты төп йүнәлешен атаны. Улар халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, илдең ҡеүәтен асыуға, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән күләмле социаль-иҡтисади программаларҙы һәм пландарҙы тормошҡа ашырыуға ҡағыла.
Беренсе йүнәлеш – тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм яңы логистик коридорҙар төҙөү. Артабан юл һәм башҡа инфраструктураны, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү бурысы тора. Өсөнсө мәсьәлә – Рәсәй иҡтисадының технологик мөмкинлектәрен арттырыу, яңы производстволар һәм эш урындары асыуға этәргес биреү.
Дүртенсеһе – илдең финанс суверенитетын нығытыу. Был юғары технологиялы компанияларға, сәнәғәткә, ауыл хужалығына һәм башҡа тармаҡтарға инвестицияларҙы үҫтереү өсөн мөһим шарт. Бишенсе бурыс – иҡтисади сәйәсәт сараларын кешеләрҙең реаль хеҙмәт хаҡы һәм килеме артыуына, ә социаль ярҙам саралары менән бергә, тәү сиратта, балалы ғаиләләргә, фәҡирлекте һәм тигеҙһеҙлекте артабан кәметеүгә алып килерлек итеп төҙөү. Алтынсы йүнәлеш – демография өлкәһендәге киҫкен проблемаларҙы хәл итеү.
Ошо йүнәлештәр буйынса эш Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрен, шул иҫәптән яңы субъекттарын үҙ эсенә алырға тейеш.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.