

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле батальон ойоштороуҙы хуплай. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.
«Отставкалағы полковник, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Артур Йомағужин Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһағас та һөйләшеп килештек — әгәр ошо идея республикабыҙ егеттәрендә яҡлау тапһа, беҙ мотлаҡ ярҙам итербеҙ. Бөгөн Артур Ғәлимйән улы миңә 700 кешенең батальонға инергә теләүе хаҡында әйтте, улар — хәрби тәжрибә туплаған, ҡыҙыу нөктәлә булып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ.
Һүҙебеҙҙе тотабыҙ һәм Башҡортостандың өсөнсө батальонына һәр яҡлап ярҙам итергә йөкләмә алабыҙ. Техника, кейем, барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итербеҙ, формалашыу этабында ғына түгел, ә киләсәктә лә. Уларға Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарҙа ҡатнашыусыларҙыҡы кеүек үк түләүҙәр ҡарала, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ҡарата ҡабул ителгән ярҙам саралары уларҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла.
Беҙ ошо егеттәр өсөн уларҙың туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ әлеге ваҡытта хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ алдында яуап бирәбеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.