19:33 (UTC+5), 04 Октябрь 2022

Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башлана

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ноябрҙә, йәғни ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башлана, ә срочниктарҙың демобилизацияһы октябрь-декабрь айҙарында уҙғарыла. Был хаҡта Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу ведомствоның селектор кәңәшмәһе барышында белдерҙе, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы.

Быйыл 120 мең, йәғни былтырғыға ҡарағанда 7,5 меңгә аҙыраҡ кешене саҡырыу планлаштырыла.

«Саҡырылышты сифатлы итеп үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Хәрби комиссариаттар медицина милке, шул иҫәптән шәхси һаҡланыу саралары һәм коронавирус инфекцияһын асыҡлау өсөн тест-системалар менән тулыһынса тәьмин ителгән», ‒ тине Сергей Шойгу.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-10-04/v-rossii-osenniy-prizyv-2022-goda-nachnetsya-na-mesyats-pozzhe-obychnogo-2976554

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика