Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Октябрь 2022, 12:50

Башҡортостан Башлығы мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләре реестрын төҙөргә ҡушты

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Дүшәмбе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре реестрын булдырырға ҡушты.

«Был йәһәттән бик иғтибарлы булырға кәрәк. Бөтә муниципалитеттарҙа ла мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре реестрын төҙөү мөһим. Был ҡатмарлы эш түгел, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Беҙҙә көндәлек ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән штаб ойошторолған».

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә хөкүмәттең төп бурысы – яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-10-03/glava-bashkirii-poruchil-sozdat-reestr-semey-mobilizovannyh-dlya-okazaniya-im-pomoschi-2974603

Читайте нас: