Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Сентябрь 2022, 18:34

Владимир Путин Рәсәй составына яңы биләмәләрҙең инеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

видеонан скриншот
Фото:видеонан скриншот

Ҙур Кремль һарайының Георгиевский залында Рәсәй составына яңы биләмәләрҙең инеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы уҙҙы.

Документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре граждандарына мөрәжәғәт итте.

«Федераль Йыйылыш Рәсәйҙә дүрт яңы төбәктең барлыҡҡа килеүен хуплар тип ышанам, сөнки был – миллиондарса халыҡтың ихтыяры, уларҙың айырылғыһыҙ хоҡуғы», –  тине Владимир Путин.

Президент ДНР, ЛНР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең именлеген һаҡларға, инфраструктураһын тергеҙергә вәғәҙә бирҙе.

Килешеүгә Рәсәй Президенты Владимир Путин, ДНР башлығы Денис Пушилин, ЛНР башлығы Леонид Пасечник, Запорожье өлкәһе башлығы Евгений Балицкий һәм Херсон өлкәһе башлығы Владимир Сальдо ҡул ҡуйҙы. Хәҙер Рәсәй Федерацияһында дүрт яңы субъект барлыҡҡа килде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-30/vladimir-putin-podpisal-dogovor-o-vstuplenii-v-sostav-rossii-novyh-territoriy-2972636

Читайте нас: