
22 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәйех, Ислам эштәре буйынса юғары совет президенты Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә етәкселегендәге Бахрейн короллеге делегацияһы менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республиканың баш ҡалаһында шәйех Волга буйы Болғарының ислам динен ҡабул итеүенә 1100 йыл тулыуға һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй ислам университетының яңы корпустарын асыуға арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.
«Мин йәнә Башҡортостанға килеүемә, шәхсән һеҙҙең менән һәм мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашыуыма бик шатмын. Килгән һайын республиканың үҫешеүен күрәбеҙ. Бында һеҙҙең ҡатнашлығығыҙ һиҙелә, — тине Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә. — Бахрейн короле, шәйех Хамад бин Иса Әл-Хәлифә илегеҙҙе бик хөрмәт итә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин менән яҡшы мөнәсәбәттә. Бахрейн Рәсәй төбәктәре менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн асыҡ».
Республикала конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға һәм традицион исламды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Һуңғы 30 йыл Рәсәй мосолмандарының рухи яңырыу осоро булды. Башҡортостанда 1,5 меңгә яҡын мосолман мәхәлләһе эшләй. Ислам уҡыу йорттарында шунса уҡ шәкерт белем ала. Башҡорт дин әһелдәре Рәсәйҙең дини тәғлимәт мәктәбе үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, — тине Радий Хәбиров. — Белеүегеҙсә, Совет Рәсәйенең Яҡын Көнсығыштағы беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов тураһындағы хәтер ҙә Башҡортостанды ғәрәп донъяһы менән бәйләп тора. Быйыл беҙ уның хөрмәтенә мемориаль музей төҙөй башлайбыҙ».
Шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә Башҡортостан Башлығына йылы осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе һәм эшлекле сәфәр менән Бахрейнға килергә саҡырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.