Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Сентябрь 2022, 13:34

Башҡортостан парламентарийҙары Донбастан мәжбүри күскенселәргә референдумда ҡатнашырға ярҙам итергә әҙер

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы депутаттары азат ителгән биләмәләрҙә референдумдар уҙғарыуға һәм өлөшләтә мобилизацияға бәйле халыҡҡа Башҡортостан парламентының мөрәжәғәтен еткерҙе.

«Азат ителгән биләмәләрҙә йәшәгәндәрҙе Украина неонацистары һәм сит илдән ялланып килгәндәр яғынан атыштарҙан, хәрби енәйәттәрҙән һәм мыҫҡыл итеүҙәрен яҡлау өсөн ошо граждандарҙың Рәсәй Федерацияһы составына инеү тураһында референдумдар уҙғарыуға хоҡуғын тәьмин итеү тәү сираттағы бурыс булып тора. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөтә фракциялары ла ДНР, ЛНР, Херсон һәм Запорожье өлкәләре халҡының ынтылышын хуплай, ошо биләмәләрҙән Башҡортостан Республикаһына күсеп килгәндәргә үҙ ихтыярын белдерергә тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер», – тиелә мөрәжәғәттә.
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: