
«Өфө ҡыҙы Ильмира Сәлимова Санкт-Петербургта халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында еңде. Яҡташыбыҙ «Нева һылыуҡайы – 2022» исемен яуланы, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. – Ильмира менән бер нисә ай элек таныштым, ул мине маҡсатҡа ынтылышы һәм көслө рухлы булыуы менән һоҡландырҙы. 20 йәшлек ҡыҙ ауыр тормош һынауҙарын кисергән... Әммә ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ул тормошто ярата, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында уҡый, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала фехтование секцияһында шөғөлләнә. Өҫтәүенә бына шундай шәп сараларҙа ла ҡатнаша.
Ильмира, мин һеҙгә ышандым, еңеүегеҙ өсөн бик шатмын! Һоҡланам һәм ысын күңелдән ҡотлайым!»
Өфөнән 20 йәшлек Ильмира Сәлимова Санкт-Петербургта «Нева һылыуҡайы – 2022» халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында республика данын яҡланы. Унда коляскала йөрөгән инвалид ҡыҙҙар ҡатнаша. Ильмира башҡорт милли кейемендә сығыш яһаған. Селтәрҙе, баш кейемен ул әсәһе менән бергә эшләгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.