Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары сәйәси советта алдағы эш планын тикшерҙе. Партия сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Ул республикала махсус хәрби операция геройҙарына халыҡтар дуҫлығы идеяһын сағылдырған һәйкәл асырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла төрлө милләт вәкилдәре Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, хәҙер ҙә шулай, тине Радий Хәбиров.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең киңәйтелгән ултырышында махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыуҙы осраҡлы ғына тикшермәнеләр. Партия халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай. Республика ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. 11 октябрҙә генерал Шайморатов һәйкәлен асыу ҙа шуға дәлил. Был Башҡортостан өсөн генә түгел, илебеҙ өсөн дә мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға.
Республика халҡының кәйефен күтәреү — партия вәкилдәренең бурысы, тине Радий Хәбиров. Улар махсус хәрби операцияның маҡсаттары һәм бурыстары тураһында халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барырға, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә, халыҡтың берҙәмлеге тураһында хәстәрлек күрергә тейеш.
«Алда ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы осор. Маҡсатыбыҙ — татыулыҡты һәм сәйәси берҙәмлекте һаҡлап ҡалыу», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Көн тәртибендәге икенсе мөһим мәсьәлә — Башҡортостанда 2023 йылдағы һайлауға әҙерлек. Һайлаусыларға алдағы биш йылға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай составын һәм урындағы үҙидара органдарында депутаттар корпусын билдәләргә кәрәк. 2024 йылда — Башҡортостан етәксеһен һәм ил халҡы менән Рәсәй президентын һайлау. Башҡортостан Башлығы сәйәси советта һайлау кампанияһына старт бирҙе, һайлау алды штабын булдырырға ҡушты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.