
Дәүләт Думаһы мәктәптәрҙә берҙәм дөйөм белем биреү программаларын — «алтын стандарт» индереү тураһында закон ҡабул итте. Киләһе уҡыу йылынан Рәсәйҙең барлыҡ мәктәптәрендә берҙәм федераль төп дөйөм белем биреү программалары индерелә.
«Программаларҙы Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы әҙерләй һәм раҫлай. Министрлыҡ яңы закон 2023 йылдың 1 сентябренән көсөнә инһен өсөн был эште 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем тамамларға тейеш», — тиелгән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы сайтында.
Төбәк, милли һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу йәһәтенән программаларҙы әҙерләүгә төбәк властары ла йәлеп ителә.
Бынан тыш, мәктәп дәреслектәрен әҙерләүҙең яңы тәртибе индерелә.
Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса профилле комитеты рәйесе Ольга Казакова һүҙҙәренсә, бөтә фәндәрҙән дә федераль төп дөйөм белем биреү программалары төҙөлә.
Башланғыс мәктәп өсөн рус теле, уҡыу һәм тирә-яҡты өйрәнеү фәндәре буйынса берҙәм программалары раҫлана. Урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса программалар мотлаҡ ҡулланылырға тейеш.
Шулай уҡ тәрбиә биреүҙең федераль эш программаһы һәм тәрбиә эшенең федераль календарь планы индерелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.