11:57 (UTC+5), 12 Сентября 2022

Республикала капиталь ремонт өсөн түләүҙәр буйынса льготалар тураһында закон ҡабул итергә йыйыналар

Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева

Сентябрҙә Башҡортостан парламенты депутаттары капиталь ремонт өсөн түләүҙәр буйынса льготалар тураһында закон ҡабул итергә йыйына, тип хәбәр иттеләр төбәк Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Республика Ҡоролтайының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты «Республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын хупланы. Профилле комитет документты парламенттың киләһе пленар ултырышында аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим итте.

«Закон проекты граждандарҙың айырым категориялары өсөн капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә льготаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға тигән тәҡдим индерҙе, — тине Башҡортостан парламенты спикеры. — 70 йәштән өлкәндәргә —  капиталь ремонт өсөн иғәнә суммаһының 50 проценты, 80 йәште уҙғандарға  100 проценты компенсациялана».

Льгота айырым йәки эшләмәгән пенсионерҙарҙан йә иһә I–II төркөм инвалидтарынан торған ғаиләлә йәшәгән, эшләмәгән пенсионерҙарға бирелә. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, 2022 йылда бындай социаль ярҙам күрһәтеү ваҡыты тамамлана. Уны йәнә ике йылға — 2024 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға тәҡдим ителә.

Республика ҡаҙнаһынан ошо законды бойомға ашырыу өсөн 2023 йылда — 40,3 миллион, 2024 йылда 44,9 миллион һум бүлеү планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-12/v-bashkirii-planiruyut-prinyat-zakon-o-lgotah-po-platezham-za-kapremont-2944748

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика