Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
55.3
0
52.74
0
85.35
-1.83
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Сентябрь , 10:05

Шамил Фәррәхов  – Башҡортостандың экология министры урынбаҫары

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Фото:Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы

Шамил Фәррәхов Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Бынан алда Шамил Фәррәхов Башҡортостан Башлығының муниципалитеттар менән бәйләнеш идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү буйынса бүлеге кәңәшсеһе вазифаһын биләгән.

Бынан тыш, төрлө йылдарҙа чиновник Октябрьский ҡалаһы мэры урынбаҫары булған, шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы системаһында эшләгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-05/zamestitelem-ministra-ekologii-bashkirii-stal-shamil-farrahov-2936257

Читайте нас в