11 октябрҙә Өфөнөң барлыҡ төп майҙансыҡтарында Республика көнөнә арналған саралар ойошторола. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бөгөн республиканың ойоштороу комитеты ултырышында Совет майҙанын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылғанын билдәләне. 11 октябрҙә төп ваҡиға – генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, Республика көнөндә Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы, шунда уҡ Башҡортостан сәнғәт оҫталарының «Үлемһеҙ дан өсөн тыуғандар» концерты була. Тамашасылар «Салауат тоҡомдары сигенмәй» спектакленән өҙөктәр һәм күләмле мэппинг-шоу ҡарай ала. Башҡортостан халҡы Республика көнөнә арналған төп тантаналарҙы ҡарай алһын өсөн БСТ каналынан тура трансляция ла ойошторола.
Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһында 20 мәктәптән 500 уҡыусы «шайморатовсылар» сафына алына. 1 сентябрҙән Башҡортостанда 78 «шайморатов» класында 1600 бала уҡый башлай, тине мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева. 13 сентябрҙә уларҙың командалары «Патриот» хәрби-патриотик паркында ойошторолған «Геройҙар ярышы»нда ихтыяр көсөн һынай, ярышта еңеүсегә Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырыла.
Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, байрам көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин байрам саралары ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауға айырым иғтибар бүлде. Уның һүҙҙәренсә, коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың артыуына бәйле килеп тыуған хәлдән сығып, ковидҡа ҡаршы саралар хаҡында ла оноторға ярамай.
«Республика көнөнә арналған бөтә саралар ҙа юғары кимәлдә үтергә тейеш, һәр кем, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, байрамыбыҙға арналған сағыу ваҡиғаларҙы күрһен өсөн мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу мөһим», – тип йомғаҡ яһаны Максим Забелин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.