09:32 (UTC+5), 01 Август 2022

Ике яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева

Рәсәй Президенты указы менән Башҡортостанда тыуып үҫкән ике егеткә — Өфөнән Максим Серафимовҡа һәм Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамовҡа махсус операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендәРадий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.

«Әле бик ауыр тантана булды. Беҙ ошо егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәсәй Геройы йондоҙҙарын тапшырҙыҡ. Ата-әсәләре иҫән. Беҙ шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланабыҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Шулай уҡ тағы дүрт яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булды. Улар араһында — Өфөнән Альберт Аллағолов, Владимир Кельдин, Сибайҙан Егор Ефимов, Ҡырмыҫҡалы районынан Марсель Ҡорманалин.

«Йәш кенә егеттәр, — тине Радий Хәбиров, үлгәндән һуң бүләкләнгән яугирҙәр исемлеген уҡып. – Берәүһенең ҡатыны йөклө. Икенсеһенең тиҙҙән балаһы тыуырға тейеш. Тағы берәүһенең хәләл ефете дүртенсе балаһын көтә. «Етемдәр» тип әйтергә телем әйләнмәй, сөнки беҙ барбыҙ, уларға ярҙам итергә кәрәк».  

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов һәм Тамерлан Илһамовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса указдар әҙерләү бурысы йөкмәтелде.

Өфө, Сибай һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәттәре башлыҡтарына Батырлыҡ орденына лайыҡ булған дүрт яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн муниципаль документтар ҡабул итергә кәрәк.

Бынан тыш, муниципалитеттарға һәләк булған һалдаттарҙың туғандарына һәм яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-08-01/dva-urozhentsa-bashkortostana-udostoeny-geroya-rossii-posmertno-2894415

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика