

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика статистиктарына халыҡ иҫәбен алыуҙы юғары кимәлдә үткәргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы.
«Башстат коллективына мөһим эш өсөн рәхмәт әйткем килә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа тиҫтә мең кеше ҡатнашты. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә таянып, республиканы үҫтереү буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн был бик мөһим», — тине Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Бынан һуң Башстаттың өс хеҙмәткәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республика Башлығы Указы менән халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге етәксеһе Ирина Үтәшева Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына мәғлүмәт ресурстары һәм технологиялары бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәмзилә Исхаҡова лайыҡ булды. Финанс-иҡтисад бүлеге начальнигы Ирина Дауытоваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 июндә Рәсәйҙә Статистика хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ил өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн сифатлы, дөрөҫ статистика мәғлүмәттәрен алыу башлыса үҙҙәрен статистик иҫәп өлкәһенә арнаған хеҙмәткәрҙәрҙең юғары һөнәри оҫталығына бәйле.
Өфөлә Статистика комитеты 1835 йылдың 9 мартында (хәҙерге стиль буйынса 21 мартта) асылған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.