
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы республиканың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, заманса медиатармаҡ республика тормошон төрлө яҡлап яҡтырта, яңылыҡтар менән таныштыра, халыҡҡа «төп ваҡиғалар үҙәгендә» булырға ярҙам итә.
«Бөгөн яңы медиатехнологиялар йылдам үҫешә, мәғлүмәт киңлеге киңәйә. Журналист һүҙе йәмғиәттә әһәмиәтле һәм абруйлы булып ҡала. Һеҙ еткергән мәғлүмәттән халыҡты борсоған проблемалар тураһында беләбеҙ, уларҙы һөҙөмтәле һәм тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ», — тип белдерҙе ул.
Бөгөнгө көндә Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында өс меңгә яҡын журналист эшләй.
Республика етәксеһе фекеренсә, яңы ысынбарлыҡта, бер яҡтан, «киң мәғлүмәт сараларының тел һәм мәҙәни оҡшашлығын һаҡларға», икенсенән, яңы үҫеш нөктәләрен эҙләргә, «мультимедиалы һәм һанлы ҡоралдар ярҙамында ҡыҙыҡлы контент булдырырға» кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп йылдар дауамында матбуғат һәм журналистика өлкәһендә емешле эшләгән, традицияларҙы һаҡлап ҡалған, үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан ветерандарға рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади дәрт, яңы идеялар һәм уй-фекерҙәр теләйем. Журналист һүҙе һәр саҡ дөрөҫлөктө алып барһын, тыуған республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.