Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
86.96
-0.15
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Июнь 2022, 17:10

Путинға ышаныс рейтингы 80,8 процентҡа еткән — ВЦИОМ

Һорауға яуап биргән рәсәйҙәрҙең 80,8 проценты Владимир Путинға ышана, уның Рәсәй Президенты вазифаһындағы эшен 78,3 проценты хуплай. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең 2022 йылдың 30 майынан 5 июненә тиклем үткәргән һорау алыу йомғаҡтары шуны раҫлай.

Сағыштырыу өсөн: Украинала махсус операцияның тәүге көндәрендә рәсәйҙәрҙең 73 проценты Путинға ышана ине.

Шул уҡ ваҡытта премьер-министрҙың һәм Рәсәй Хөкүмәтенең эшенә ыңғай баһа биреү кимәле һуңғы аҙнала 53,4% (бер аҙнала +0,9 п.п.) һәм 52,9% (бер аҙнала +1,8 п.п.) тәшкил иткән.

«Берҙәм Рәсәй» партияһын хуплау кимәле — 41,7%, КПРФ — 10,4%, ЛДПР — 7,9% , «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - Ғәҙеллек өсөн» —5,7%, «Яңы кешеләр»  — 4,7%.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-06-10/reyting-doveriya-putinu-dostig-80-8-protsenta-vtsiom-2837680

 

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: