10:17 (UTC+5), 26 Мая 2022

Путин пенсияны һәм МРОТ-ты 10% арттырыуҙы раҫланы

Рәсәй Президенты эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын, минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын 10 процентҡа индексациялауҙы раҫланы.

Пенсия һәм йәшәү минимумы 1 июндән артырға тейеш. Илдә йәшәү минимумы уртаса 12 919 һумға еткерелә. МРОТ 1 июлдән арта — ил буйынса уртаса 15 278 һумға тиклем. Йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә инфляция 15% артмаҫ, тип билдәләне президент.

Бынан тыш, дәүләт башлығы хәрби һөнәрен һайлаған балалы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамды икеләтә арттырырға вәғәҙә бирҙе — ул 30 000 һумдан ашыу була.

Владимир Путин март уртаһында минималь эш хаҡын һәм йәшәү минимумын арттырыу, пенсияны, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе индексациялау буйынса саралар тәҡдим итергә ҡушҡайны. «Хаҡтарҙың артыуы халыҡтың килеменә йоғонто яһауын аңлайым, шуға күрә яҡын арала бөтә социаль түләүҙәрҙе арттырыу буйынса ҡарар ҡабул итербеҙ. Йәнә ҡабатлайым: хатта шундай ҡатмарлы хәлдә лә йыл йомғаҡтары буйынса беҙгә ярлылыҡ һәм тигеҙһеҙлек кимәлен кәметергә кәрәк», — тине президент.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-05-25/putin-utverdil-povyshenie-pensiy-i-mrot-na-10-2817698

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика