
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда яҡтар сәнәғәт, шул иҫәптән машина эшләү, ауыл хужалығы өлкәләрендә артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле офисы эш башлай, уның маҡсаты — республика бизнесына яңы баҙарҙар асырға ярҙам итеү. Мәҙәниәт, фән, мәғариф, туризм өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү күҙаллана.
Республика тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Үзбәкстан 2,5 процент өлөш менән ун беренсе урынды биләй. 2021 йылда Башҡортостандың Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 113,3 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 86 проценты экспортҡа тура килә.Башҡортостандан химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары оҙатыла. Үзбәкстандан иһә металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар, машиналар эшләү продукцияһы, туҡыма әйберҙәр, минераль продукттар килтерелә.
Башҡортостанда Үзбәкстан капиталы ҡатнашлығында 56 предприятие эшләй. Улар сауҙа һәм ресторан эшмәкәрлеге, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, күсемһеҙ милек менән операциялар, хоҡуҡи хеҙмәттәр, аҙыҡ-түлек, йыһаз, ҡағыҙ изделиелар, сәнәғәт ҡорамалы, металл изделиелар, текстиль етештереү өлкәләрендә мәшғүл.
2021/2022 уҡыу йылында республика вуздарында Үзбәкстандан 900-гә яҡын студент уҡый.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.