11:25 (UTC+5), 18 Мая 2022

Башҡортостанда йәйгеһен 137 рәсми пляж асыла

Был ғына етмәй, тип иҫәпләй республика властары, һәм муниципалитеттарҙан һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙы арттырыуҙы һорай.

Альмира Давлетбаева

Башҡортостан хөкүмәтендә республиканың һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе тикшерҙеләр. Иң мөһиме — ял итеүселәргә тейешле инфраструктура тәҡдим итеү, тип билдәләне вице-премьер Ирек Сәғитов.

«Быйыл 1 июндән 57 муниципалитет биләмәһендә 137 пляж асыу күҙаллана (уларҙың унауһы — Өфөлә). Уҙған йылда 110 пляж асылғайны. Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, 2024 йылға 200 пляж асыу ҡаралған», — тине вице-премьер, муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 116  кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай фажиғәләрҙең күбеһе һыу инеү миҙегелендә теркәлгән. Мәҫәлән, 2021 йылдың майында өс бала һыуға батып үлгән (алты өлкән кеше).

Ултырышта ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә аңлатыу эшен көсәйтергә, балаларҙың өлкәндәрһеҙ һыу буйына барыуын нисек  тыйыуҙы уйларға кәрәклеген билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-05-18/v-bashkirii-letom-otkroyutsya-137-ofitsialnyh-plyazhey-2808957

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика