Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Апрель 2022, 13:44

Вице-премьер Азат Бадранов – Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Вице-премьер Азат Бадранов Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһында хөкүмәтттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Белешмә:

Азат Шамил улы Баҙранов 1986 йылдың 6 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын, Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспирантураһын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 2006 йылда шәхси эшҡыуар булып башлаған.

2010 йылда – «Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле» дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы юрисконсульты.

2011 йылда – Рәсәй Юристар ассоциацияһының Мәскәү өлкә бүлексәһе проектын тормошҡа ашырыу методикаһын эшләү буйынса белгес.

2013-2014 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы.

2013–2015 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының этнополитология бүлеге кесе ғилми хеҙмәткәре.

2014 йылда – Мәскәү өлкәһе Одинцов муниципаль районы Голицыно ҡала биләмәһе хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм ер менән файҙаланыу бүлегенең әйҙәүсе эксперты.

2015–2018 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Сәйәси хоҡуҡтарҙы яҡлау идараһы бүлегендә кешенең сәйәси хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге баш белгес-эксперты.

2018–2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары, сәйәси планлаштырыу һәм проектлау бүлеге мөдире.

2019-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-04-18/vitse-premier-azat-badranov-naznachen-pervym-zamestitelem-premier-ministra-pravitelstva-bashkirii-2773739

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас