05:25 (UTC+5), 21 Марта 2022

Радий Хәбиров һәм Денис Пушилин Башҡортостан менән ДНР араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында коммюникеға ҡул ҡуйҙы

Азат Ғиззәтуллин

20 мартта Донецкиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Уның йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәге менән ДНР араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында берлектәге коммюникеға ҡул ҡуйылды.

Документҡа ярашлы, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ғилми-техник хеҙмәттәшлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып тора.

«Хөрмәтле дуҫтар, хөрмәтле туғандар! Һеҙҙе Донецк Халыҡ Республикаһында сәләмләүемә бик шатмын. Башҡортостан беҙҙең өсөн күптән инде яҡынға әйләнде. Төрлө йүнәлештәр буйынса бәйләнеш бар. Был хәҙер генә түгел, ә Донецк Халыҡ Республикаһы танылмаған ваҡытта уҡ барлыҡҡа килде. Шуға ҡарамаҫтан, Радий Фәрит улын был туҡтатманы. Ул Донбастың иртәме-һуңмы тарихи ғәҙеллек тантана иткән төбәк буласағын аңлай ине.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ярҙамында барыһы ла ошо юлдан бара. Бынан алда ла ярҙам күрһәтелгәнен беләбеҙ. Хәҙер был айырыуса көнүҙәк. Башҡортостан халҡы, әлбиттә, алғы сафта иңгә-иң терәшеп беҙгә ярҙам күрһәтә. Былар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Беҙ барыбыҙ ҙа Советтар Союзынан. Тарихыбыҙҙың ҡәҙерен беләбеҙ. Атай-олатайҙарыбыҙҙың еңеүе беҙҙең өсөн буш һүҙҙәр түгел, ә аныҡ исемдәр. Генерал Шайморатовты беҙҙә хәтерләйҙәр һәм беләләр. Ул – уртаҡ геройыбыҙ. 1943 йылда Донбасты азат иткәндә батырҙарса һәләк булған. Шулай булғас, барыһы ла аңлашыла: беҙҙең үткәнебеҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә уртаҡ. Ошо ҡатмарлы һәм ниндәйҙер кимәлдә хәүефле осорҙа ла килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», – тип билдәләне Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин.

 *******

«Хөрмәтле Денис Владимирович! Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, ҡәҙерле дуҫтар! Беренсенән, бөгөн осрашырға мөмкинлек тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Башҡортостан менән Донбасты – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын – яҡын, йылы, ысын мәғәнәһендә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Беҙ Донецк Халыҡ Республикаһы етәкселегенә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ. Башҡортостан халҡы һеҙгә ярҙам итергә тырыша, янып-көйә, борсола. Үҙебеҙ менән йөрәк йылыһын, ихлас ихтирам, һоҡланыу һүҙҙәрен алып килдек. Бөгөн икенсе гуманитар ярҙам килтерҙек», – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Донецк хакимиәте башлығы Алексей Кулемзин Өфө менән Донецк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Улар туғандаш ҡалаларға әүерелде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-03-20/radiy-habirov-i-denis-pushilin-podpisali-kommyunike-o-razvitii-sotrudnichestva-mezhdu-bashkiriey-i-dnr-2735793

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика