Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков вазифаһын ҡалдыра. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Сергей Грековтың тырышлығы, компетенцияһы һәм тәжрибәһе беҙгә Мәскәүҙә бик кәрәк. Мин уға Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеген республика хөкүмәте вице-премьеры вазифаһында етәкләргә тәҡдим иттем. Ул профессиональ, кешелек сифаттарына, бизнес-проекттарҙа ла ҙур тәжрибәгә эйә».
Сергей Греков 2020 йылдың 16 декабренән Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Былтыр 15 ғинуарҙа Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланды.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-02-14/sergey-grekov-vozglavit-polnomochnoe-predstavitelstvo-bashkortostana-v-moskve-2691937