Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88 йәшен билдәләй. Ул 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1956 йылда нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Өфө дәүләт нефть университетында белем алғандан һуң, ҡулайлама начальнигы вазифаһына, 1986 йылда XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1990 йылдың мартында Мортаза Рәхимов Башҡорт АССР-ының халыҡ депутаты итеп һайлана һәм шул уҡ йылда республиканың Юғары Советы рәйесе вазифаһына күсә. 1989 йылда, Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры булараҡ, Мортаза Рәхимов СССР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана.
Ул Башҡортостандың Юғары Советына етәкселек иткән осорҙа республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә, Башҡортостан исеменән Федератив килешеүгә һәм уға ҡушымтаға ҡул ҡуйыла. Башҡортостан парламенты республиканың Рәсәй Федерацияһы субъекты тигән статусын билдәләне. 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостандың яңы Конституцияһына ҡул ҡуйылды.
1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа республика үҫеш импульсы алды. Төҙөлөш индустрияһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, юлдар һалынды, ауылдарға газ үткәрелде, шифахана-курорт комплексы яңынан төҙөлдө, бик күп спорт, мәҙәни ҡоролмалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, күперҙәр, юл үткәргестәр һалынды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улын 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлағанда юбилярҙың Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергәнен билдәләп үтте.
Мортаза Рәхимов Башҡортсотандың ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек иткән тәүге Президенты булып тарихҡа инде, бөгөн ул төбәк тормошо менән әүҙем ҡыҙыҡһына.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы барлыҡ ҡотлауҙарға ҡушылып, Мортаза Ғөбәйҙулла улына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф һәм рух күтәренкелеге теләй.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-02-07/segodnya-pervomu-prezidentu-bashkortostana-murtaze-rahimovu-ispolnyaetsya-88-let-2682680
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.