
Февралдә пленар ултырышта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се һәм 6-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарарға ниәтләй.
«Закон проектында ауыл старосталарына бер нисә вәкәләт бирергә тәҡдим ителә. Старосталар урындағы үҙидара органдарына уларҙың ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән тәҡдимдәр индерергә мөмкин. Ауыл биләмәһенең, ҡала округының вәкиллекле органы ултырыштарында старосталар кәңәшләшеү тауышы хоҡуғы менән ҡатнаша башлай», – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостанда старосталар институты 2019 йылда булдырылды.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-02-02/v-bashkirii-rasshiryat-polnomochiya-selskih-starost-2676911
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.