13:36 (UTC+5), 19 Января 2022

Радий Хәбиров 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәре башлыҡтары медиарейтингында тәүге дүртәү иҫәбенә инде

Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медиалогия» компанияһының 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәре башлыҡтары рейтингында дүртенсе урынды алды. Ике йыл рәттән ул медиарейтингта Волга буйы федераль округындағы коллегаларына алдынғылыҡты бирмәй.

Дөйөм рейтингта беренсе баҫҡысты Мәскәү мэры Сергей Собянин биләй, икенселә — Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов. Өсөнсө урын Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьевта. Тәүге унау иҫәбендә шулай уҡ Ҡырым башлығы Сергей Аксенов, Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров, Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин, Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров һәм Тверь өлкәһе етәксеһе Игорь Руденя бар.

«Медиалогия» эксперттары Башҡортостан Башлығының юғары позицияларын Радий Хәбиров тәҡдим иткән бер төркөм проекттарҙың федераль кимәлдә тикшерелеүе менән аңлата. Әйтәйек, былтыр августа Рәсәй Президенты Владимир Путин Әбйәлил районында «Цемикс» ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү заводы эшенә старт бирҙе. Тантанала республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Владимир Путин шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы һәм эшселәр менән аралашты.

Башҡортостан сода компанияһы акцияларының контроль пакетын Башҡортостан милкенә кире ҡайтарыу ҙа киң мәғлүмәт сараларында һәм йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Башҡортостан сода компанияһына иҫкергән ҡорамалдарҙы алмаштырыу һәм яңыларын һатып алыу өсөн 5,5 миллиард һумға яҡын бүленә, тип белдергәйне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-01-19/radiy-habirov-voshel-v-top-4-mediareytinga-glav-regionov-rossii-po-itogam-2021-goda-2659865

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика