Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.74
+0.33
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ғинуар 2022, 12:55

Радий Хәбиров: «Башинформ» – беҙҙең төп һәм иң көслө мәғлүмәт партнеры

Бөгөн, 17 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында булды. Башта ул конференциялар залын ҡарап сыҡты. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова 2000 йылдар башынан ремонт үткәрелмәгән залды реконструкциялау пландары хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров мәғлүмәт агентлығының ньюс-румында редакцияның эше менән танышты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, айына 3000 яңылыҡты ни бары 15 журналист формалаштыра. 

«Агентлыҡ коллективы интернеттағы киң мәғлүмәт саралары араһында алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләй, шул уҡ ваҡытта конкуренцияға һәләтле яңылыҡтар трафигын власть органдары эшен яҡтыртыу буйынса дәүләт заказын үтәү һәм ыңғай социаль көн тәртибен әүҙем үҫтереү менән бергә алып бара. Агентлыҡ журналистарына йөкләмә бик ҙур. Перспективалы йүнәлештәрҙе үҫтереү һәм яңы форматтар булдырыу өсөн беҙгә өҫтәмә ресурстар кәрәк», – тине Руслан Шәрәфетдинов.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса «Башинформ» сайттары төркөмө – «Ижтимағи электрон гәзит» менән бергә яңылыҡтар сайты – Башҡортостанда иң күп өҙөмтә килтерелә торған киң мәғлүмәт сараһы.

«Бөгөн мәғлүмәт киңлеге киҫкен конкуренция режимында йәшәй, киң мәғлүмәт саралары социаль селтәрҙәр менән ярыша. Дәүләт киң мәғлүмәт саралары өсөн төп бурыстарҙың береһе – халыҡҡа властың нимә менән шөғөлләнеүенән тыш, быны ни өсөн эшләгәнен яҡтыртыу», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

2021 йылда агентлыҡ киң мәғлүмәт сараларының берҙәм административ панеленә «күсте», сайттың дизайны яңыртылды. Быйыл махсус проекттарҙы һәм контенттың яңы форматын үҫтереү күҙаллана. Редакция ҡыҫҡа видеороликтар төшөрөү менән шөғөлләнгән видеотөркөм ойошторорға ниәтләй. Радий Хәбиров Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенә «Башинформ» етәкселеге менән берлектә мәғлүмәт агентлығын артабан үҫтереү тәҡдимдәрен тупларға һәм уны ҡарауға тәҡдим итергә ҡушты.

«Мин һеҙгә рәхмәт әйтергә килдем, беҙҙең идара итеү командаһы өсөн һеҙ – беҙҙең төп партнер. Ниндәйҙер яҡшы эш башҡарыу ғына аҙ, быны халыҡҡа дөрөҫ еткерә белеү мөһим. «Башинформ» – беҙҙең төп һәм иң көслө мәғлүмәт партнеры»,  – тине Башҡортостан Башлығы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективтары менән осрашыуҙа.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-01-17/radiy-habirov-bashinform-eto-nash-glavnyy-i-samyy-silnyy-informatsionnyy-partner-2656721

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: