16:52 (UTC+5), 13 Января 2022

Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Республика хөкүмәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында төҙөлгән оператив штабтың кәңәшмәһе уҙҙы. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ташҡын ваҡытында 288 йорт һәм баҡса йорттарын, 2121 йорт яны биләмәһен һәм баҡса участкаһын, шулай уҡ 43 юл участкаһын һыу баҫҡан. Һыу баҫыу буйынса иң күп мөрәжәғәттәр Өфө, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Дәүләкән райондарынан, шулай уҡ Өфөнән килгән.

2021 йылда яҙҙың иртә килеүенә ҡарамаҫтан, ташҡын уртаса көсөргәнешле булды, ҙур йылғаларҙа боҙ 10-14 апрелдә китә башланы, 15 май тирәһендә йылғалар ярҙарына ҡайтты.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, боҙ тығындары участкаларында шартлатыу эштәрен башҡарыуға килешеүҙәр төҙөү эше башланған. Һәр ваҡыттағыса, муниципалитет етәкселеге ҡатнашлығында халыҡҡа һыу баҫыу хәүефе янауы тураһында хәбәр итеү өсөн команда-штаб күнекмәләре планлаштырыла. Республикаға идара итеү үҙәгендәге брифингтар көн дә оператив хәл тураһында хәбәр итеп торорға тейеш. Ташҡынға ҡаршы сараларҙың киңәйтелгән планы ғинуарҙың өсөнсө декадаһында ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-01-13/v-bashkirii-nachali-gotovitsya-k-vesennemu-pavodku-2653051

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика