13:09 (UTC+5), 13 Января 2022

Республика парламенты дауаханаларға QR-кодһыҙ индерергә тәҡдим итте

Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы декабрҙә Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән һәм төбәк парламенттарына ҡарауға ебәрелгән «Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһында» федераль закон проектына төҙәтмә әҙерләне.

Төҙәтмә вакцинация тураһында сертификат күрһәтергә кәрәкмәгән объекттар даирәһен киңәйтергә тәҡдим итте. Ҡоролтай медицина ойошмаларын да ошондай объекттар исемлегенә өҫтәргә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.

«Граждандарҙың медицина ярҙамына хоҡуғы Конституция менән гарантиялана. Пациентҡа прививка яһатмаған өсөн планға ярашлы, шулай уҡ ашығыс ярҙам күрһәтеүҙән баш тартырға тейеш түгелдәр», – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

QR-кодтар тураһында закон проекты яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Документта күмәк халыҡ ҡатнашҡан саралар уҙғарыу урындарына, мәҙәниәт, дөйөм туҡланыу, ваҡлап сауҙа итеү ойошмаларына яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация, сирҙе үткәреү тураһында документ, шулай уҡ шәхесте раҫлаған документ менән индерергә тәҡдим ителә.

Раҫланған документтарҙы күрһәтмәйенсә дарыуханаларға, аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ әйберҙәр һатылған магазиндарға барырға мөмкин (уларҙың исемлеге менән бында танышырға була).

Дөйөм алғанда, төбәк депутаттары иҫәпләүенсә, закон проекты концепцияһы дөрөҫ. «Беҙ коронавирустың бишенсе тулҡынын көтәбеҙ, – тине Константин Толкачев. – Былтыр ошо инфекция илебеҙҙә үлем осраҡтарының артыуына килтерҙе. Төп сәбәп – прививка яһатҡан халыҡтың проценты аҙ, тип иҫәпләй эксперттар. QR -кодтарҙы тикшереү бер юлы ике мәсьәләне хәл итергә ярҙам итергә тейеш. Беренсенән, вирусты потенциаль таратыусыларҙың халыҡ күп йыйылған урындарға үтеп инеүен сикләй һәм ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймай, икенсенән, граждандарыбыҙға прививка яһатыуҙың мөһим булыуын күрһәтә. Был инде ваҡытлы, әммә кәрәкле сара».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-01-13/parlament-bashkirii-predlozhil-puskat-lyudey-v-bolnitsy-bez-qr-kodov-2652602

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика