Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.09
+0.11
83.76
+0.28
78.69
+0.09
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ғинуар 2022, 13:30

Радий Хәбиров Ҡыш бабайҙан кешеләрҙең үҙ һаулығына мөнәсәбәтен үҙгәртеүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны

Башҡортостан башлығы Гайдар форумында «Милли һаулыҡ һаҡлау системаһын яңынан ҡарау» дискуссияһында ҡатнаша.

Түңәрәк өҫтәлдә Иваново өлкәһе, Пермь крайы губернаторҙары, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре, медицина селтәрҙәре һәм дауаханалар, шул иҫәптән Мәскәүҙең «Коммунарка» ковид-госпитале вәкилдәре ҡатнаша.

Башта дискуссия модераторы Владимир Соловьев ҡатнашыусыларға иҫке Яңы йыл уңайынан Ҡыш бабайға үҙ теләген белдерергә тәҡдим итте.

«Беҙ уға башлыса үҙебеҙ хәл итә алмаған проблемалар менән мөрәжәғәт итәбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Дөйөм тырышлыҡ менән байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ — дауаханалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөрбөҙ, кәрәкле ҡорамалдар һәм дарыуҙар алырбыҙ тип ышанам. Әммә халыҡтың аңын үҙгәртеү, уларҙы үҙ һаулығына яуаплы ҡарарға мәжбүр итеү бик ауыр. Беҙ вакцинация барышында шундай күренешкә  тап булдыҡ. Шуға күрә ошо хаҡта һорар инем».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-01-13/radiy-habirov-poprosil-u-deda-moroza-pomoschi-s-izmeneniem-otnosheniya-lyudey-k-svoemu-zdorovyu-2652747

Читайте нас в