11:02 (UTC+5), 13 Января 2022

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

2021 йылдың 30 декабренән Азат Арыҫланов Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде.

Альмира Давлетбаева

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы вазифала Азат Марат улы социаль инфраструктураны үҫтереү һәм инвалидтарҙы интеграциялау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә дәүләткә ҡарамаған секторҙы, юридик тәьминәтте үҫтереү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

Азат Арыҫланов 1983 йылдың 28 мартында Бүздәк районы Сабай ауылында тыуған. 2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса иҡтисадсы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ҡайтанан әҙерлек үткән (муниципаль берәмектең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы).

2005-2006 йылдарҙа «Буздякмолагропром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә иҡтисадсы булып эшләй, баш бухгалтер вазифаһын башҡара. 2006-2008 йылдарҙа — Бүздәк районы хакимиәтендә иҡтисад бүлегенең сәнәғәт буйынса баш иҡтисадсыһы, иҡтисад бүлегенең муниципаль ҡаҙна буйынса баш белгесе.

2008-2017 йылдарҙа — Бүздәк районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанстар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, хакимиәт башлығының иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, хакимиәт башлығының иҡтисади үҫеш һәм финанстар буйынса урынбаҫары.

2017 йылдың июненән 2021 йылдың октябренә тиклем Бүздәк районы хакимиәте башлығы булып эшләй.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-01-12/zamestitelem-ministra-semi-truda-i-sotszaschity-stal-byvshiy-glava-odnogo-iz-rayonov-bashkirii-2651792

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика