Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков «Башинформ»ға үҙенең отставкаға китеү ихтималлығы тураһында мәғлүмәткә аңлатма бирҙе.
«Бөгөн, ниһайәт, иғтибар үҙәгендәмен. Ләкин миндә имеш-мимеш ҡайғыһы юҡ — Яңы йылға ике көн ҡалды, эш күп, ҡаланы байрамға әҙерләргә кәрәк. Аҙна башында ысынлап та сирләнем, ике көн ангина менән яттым, хәҙер эштәмен. Өҫтәп шуны әйткем килә: ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре (авария, коммуналь, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция һәм башҡалар) ғәҙәти режимда эшләй. Мин, шулай уҡ Өфө хакимиәте командаһы, бөтә муниципаль унитар һәм бюджет предприятиелары коллективы тәүлек әйләнәһенә ҡаланың йәшәйешен тәьмин итер», — тине мэр.