Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.94
+0.3
89.15
+0.22
90.89
+0.93
-14 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Декабрь 2021, 12:35

Радий Хәбировтың яңы йыл каникулдарын ҡайҙа һәм нисек үткәрергә йыйыныуы билдәле булды

Фото:Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте архивы

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында эфир ваҡытында яңы йыл каникулдарын нисек үткәрергә йыйыныуы хаҡында һөйләне.

«Мин республикала булам, быны мин бөтә муниципалитет башлыҡтарына әйтәм. Бер-ике көн йоҡлайым да шунан кемгәлер көтмәгәндә ҡунаҡҡа килермен», – тине республика етәксеһе.

26 декабрҙә Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалындағы Яңы йыл алдынан ойошторолған «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» телемарафонында ҡатнашты. Кулинар һәләттәре менән билдәле республика етәксеһе печенье өсөн ҡамырҙы оҫта итеп йәйҙе.

«Был – бик етди мәсьәлә, тәжрибә йәш менән килә, барыһына ла тиҙ генә өйрәнеп булмай», – тине Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров яҡындарының мөхәббәтен, иҫән-һаулығын һәм йәнәшәлә булыуҙарын ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшы бүләк тип һанай. «Барыһы ла үҙ йорттарында шыршы янында йыйылһын, бер-береһенең йылыһын тойһон, киләсәккә өмөт менән ҡараһын ине», – тигән теләктәрен еткерҙе ул.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Яңы йылда уның ғаиләһен ниндәй бүләктәр көтөүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:Азат Ғиззәтуллин