11:54 (UTC+5), 27 Декабря 2021

Башҡортостан Башлығы ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. «Һеҙҙең изге һөнәрегеҙ хөрмәткә лайыҡ. Һеҙ һәр ваҡыт ҡатмарлы һәм хәүефле бурыстарҙы үтәргә әҙер. Бәләгә осрағандарға тәүгеләрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ, батырлыҡ өлгөһө күрһәтәһегеҙ», тиелә ҡотлауҙа.

«Бөгөн Башҡортостанда комплекслы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү системаһының мөһим өлөшө булараҡ илдә ашығыс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән иң ышаныслы мобиль хеҙмәттәрҙең береһе эшләй. Быйыл республикала 1300-ҙән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылған. Ҙур янғындар етди һынау булды, уларҙы һүндергәндә үҙ-үҙегеҙҙе аяманығыҙ, уттың тораҡ пункттарға үтеп инеүенә юл ҡуйманығыҙ», — тиелә республика етәксеһенең ҡотлауында.

Ҡотҡарыусыларҙың һәр береһе яуаплылыҡты аңлап эшләй, еңел булмаған, мөһим хеҙмәттә һөнәри һәм кешелеклек бурысын намыҫ менән башҡара, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Рәхмәт һеҙгә! Хеҙмәтте булдырыуға тос өлөш индергән хөрмәтле ветерандарыбыҙ алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Киләсәктә лә ҡотҡарыусыларыбыҙ республика халҡы өсөн ҡатмарлы хәлдәрҙә ышаныслы яҡлаусы булып ҡалыр тип ышанам. Бындай һынауҙар мөмкин тиклем аҙыраҡ булһын! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика