14:11 (UTC+5), 24 Декабря 2021

Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнә

24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Ул 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың Юғары Советы тарафынан ҡабул ителде. Бынан һуң уға биш тапҡыр үҙгәрештәр индерелде.

Азат Ғиззәтуллин

Быйыл Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың Төп законына сираттағы төҙәтмәләр индерҙе, уларҙа Рәсәй Федерацияһының яңыртылған Конституцияһы тезистары сағылыш тапты. Төҙәтмәләр 11 октябрҙә үҙ көсөнә инде.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика халҡын Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

«Хөрмәтле республика халҡы! Үҙемдең һәм бөтә депутаттар корпусы исеменән һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!

Башҡортостан Республикаһының Төп законын ҡабул итеү дәүләтселекте нығытыуҙа ҙур роль уйнаны. Ул республикабыҙҙа йәмғиәттең һәм дәүләт ҡоролошоноң нигеҙ принциптарын нығытты, оҙайлы срокка иҡтисади һәм социаль үҫештең өҫтөнлөктәрен формалаштырҙы. Конституция нормаларына таянып, Башҡортостандың дәүләт власы органдары йәмғиәтте артабан берләштереүгә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән сәйәсәтте эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы халҡының киләсәге Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарҙың һәм иректәрҙең тулы кимәлдә ғәмәлгә ашырылыуынан, тыныслыҡты һәм килешеүсәнлекте һаҡлауҙан тора.

Республика халҡына ысын күңелдән һаулыҡ, именлек, бәхет, билдәләнгән пландарҙың уңышлы тормошҡа ашыуын теләйем!».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика