14:17 (UTC+5), 22 Декабря 2021

Башҡортостан премьер-министры Төҙөлөш министрлығы чиновниктарын эштән бушатыуҙы талап итте

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәт ултырышында республиканың Төҙөлөш министрлығы һәм капиталь төҙөлөш идаралығы чиновниктарының эшен тәнҡитләне.

Асыҡланыуынса, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәсәғүттә һәм Баймаҡта мәктәптәр һәм дауаханалар билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлөп бөтмәгән. Унан да бигерәк, Мәсәғүттә ваҡытында башҡарыу мөмкин булмаған проект эшләнгән.

Андрей Назаров ғәйепле чиновниктарға көн аҙағына тиклем үҙ теләге буйынса ғариза яҙырға ҡушты. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре илке-һалҡы ғына эшләгән, уларға ведомстволарҙа урын юҡ, тип белдерҙе ул.

«Көн аҙағынасаТөҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан мәғлүмәт алырға теләйем, ошо объекттар буйынса аҡсаны ваҡытында бүлмәгән өсөн арағыҙҙан кем яуап бирер. Һеҙ икән, һеҙ ғариза яҙаһығыҙ. Әгәр башҡа берәү яуаплы булһа, унан ғариза көтәм. Кискә тиклем капиталь төҙөлөш идаралығы ла, һеҙ ҙә әлеге мәсьәләләрҙе хәл итегеҙ», — тине Андрей Назаров.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика