16:59 (UTC+5), 17 Декабря 2021

Радий Хәбиров Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһы етәксеһе менән осрашты

Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда ҡатнашырға килгән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының генераль директоры Александр Исаевич менән осрашты. Яҡтар киләсәктә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе, республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү механизмдарын һәм уларҙы камиллаштырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» форумы башлыса йыл аҙағында уҙғарыла һәм эшкә йомғаҡ яһай тип әйтергә мөмкин, — тине Радий Хәбиров. — 2021 йыл бөтә тармаҡтар өсөн дә еңелдән булманы, ләкин беҙ бизнесҡа ярҙам итергә тырыштыҡ. Өс ярҙам саралары пакетын ҡабул иттек. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһы яғынан ярҙам алған эшҡыуарҙарҙың рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Улар — 230-ҙан ашыу. Киләһе йылдарҙа ла һеҙҙең менән шулай һөҙөмтәле эшләрбеҙ тип ышанам».

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһы башлығы Башҡортостан етәкселегенә бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика өсөн файҙалы булырҙай яңы ярҙам саралары хаҡында һөйләне.

«Республика етәкселеге Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы башланғыстарына һәр саҡ тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Унан да бигерәк, федераль сараларға өҫтәп, үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе индерергә тырышаһығыҙ», —  тип билдәләне Александр Исаевич.

Осрашыу һуңында Башҡортостан Хөкүмәте менән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация араһында үҙ-ара килешеп эш итеү һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм үҙмәшғүл граждандарға ярҙам саралары системаһын камиллаштырыуҙы, ярҙам күрһәтеүҙең яңы йүнәлештәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика