10:09 (UTC+5), 17 Декабря 2021

Башҡортостан Ҡытайҙа вәкиллек асырға йыйына

Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙенең вәкиллеген асырға йыйына, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда.

«Мин уның датаһын хәҙер үк әйтер инем, әммә һуңынан республика Башлығы минән: «Ни өсөн датаны минең менән раҫламайынса әйтәһең?» - тип һорар. Шуға күрә әйтеп тормайым. Был яҡын арала тормошҡа ашыр тип ышанам. Ҡытай тауар әйләнеше буйынса стратегик партнерыбыҙ булып тора. Беҙ бер нисә вәкиллек астыҡ. Австрияла, Ҡаҙағстанда, Белорусь Республикаһында вәкиллектәребеҙ бар. Башҡортостан вәкиллегенең киләһе йылда уҡ асылыуы ихтимал тип уйлайым», — тине Андрей Назаров «Халыҡ-ара кооперация» пленар ултырышында.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 15 декабрҙән 18-енә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы—2021. Киләсәккә инвестициялар» форумы бара. Эшлекле программа иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығына арналған.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика