

Осрашыу 15 декабрҙә Республика йортонда үтте. Игорь Пантюшин Рәсәй Президентының 2021 йылдың 8 декабрендәге указы менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләнде.
«Һеҙҙе яңы вазифала эш башлауығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Республика прокуратураһына етәкселек итеү – ҙур яуаплылыҡ. Башҡортостан – Рәсәйҙең мөһим төбәге. Бында 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Беҙҙең иҡтисад ныҡлы, әүҙем үҫешәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан – күп милләтле республика. Бында 150-нән ашыу милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Республика прокуратураһына килгәндә, был бик һөҙөмтәле орган. Эшебеҙ ҙә уртаҡ, сөнки халыҡтың мәнфәғәтен яҡлау – иң мөһиме».
«Игорь Станиславович – тәжрибәле, белемле, һөнәри әҙерлекле прокуратура етәксеһе, – тине Николай Шишкин. – Мин уны күп йылдар беләм, ул намыҫлы кеше тип ышаныслы әйтә алам. Һеҙгә Башҡортостанда уңыштар теләйем!».
Игорь Пантюшин 1966 йылдың 22 ноябрендә Тамбов өлкәһендә тыуған. Воронеж дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
1991-2000 йылдарҙа Липецк өлкәһе Грязинск район-ара прокуроры тәфтишсеһе, ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы, урынбаҫары булып эшләй. 2000 йылда Липецк өлкәһе Задонск районы прокуроры вазифаһына тәғәйенләнә. 2001 йылдан – Липецк өлкәһе прокуроры урынбаҫары.
2003–2013 йылдарҙа – Липецк өлкәһе прокуроры.
2013–2021 йылдарҙа – Владимир өлкәһе прокуроры.
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнгән.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған прокуратура хеҙмәткәре, 2 класлы дәүләт юстиция советнигы.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.