16:11 (UTC+5), 07 Декабря 2021

Александр Лукашенко Радий Хәбировҡа: Бергәләп яҡшыраҡ һәм күберәк булдырабыҙ

Белоруссия Президенты Александр Лукашенко Башҡортостан менән көрсөккә тиклемге тауар әйләнешен тиҙерәк тергеҙеү мөмкинлеген күрә. Ошо хаҡта Белоруссия башлығы 7 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе.

Азат Ғиззәтуллин

Александр Лукашенко республиканың һәм халыҡтың Белоруссия менән оҡшашлығына иғтибар итте. «Беҙгә был яҡтар яҡын», - тип өҫтәне дәүләт башлығы.

«Ошондай ҡатмарлы осорҙа вәкиллекле делегацияның килеүе беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Төп бурысыбыҙ асыҡ һәм хәл итерлек – көрсөккә тиклемге сауҙа әйләнешен, элекке күрһәткестәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тергеҙеү», – тип билдәләне президент.

Президент сауҙа өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе әүҙемләштереү өсөн файҙаланырға мөмкин булған резервтарҙы тикшерергә һәм киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләргә тәҡдим итте. «Беҙгә ниндәйҙер сәйәсәтте тикшерергә кәрәктер тип уйламайым, ул беҙҙә берҙәм».

Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итеп, Александр Лукашенко «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!» лозунгын «Бергәләп яҡшыраҡ һәм күберәк булдырабыҙ!» тигән һүҙҙәр менән тулыландырырға тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандың бай ресурстарын һәм илебеҙҙең сәнәғәт ҡеүәтен иҫәпкә алып, машиналар эшләү продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырыуға иғтибар итергә кәрәк. Ошо йәһәттән Беларусь автомобиль заводы, МТЗ, «Гомсельмаш», «Амкодор», БЕЛАЗ кеүек алдынғы предприятиеларыбыҙҙың заманса автомобиль, ауыл хужалығы, юл-төҙөлөш һәм коммуналь техникаһын, шулай уҡ «Могилевлифтмаш»тың лифт ҡорамалдарын тәҡдим итергә әҙер.

Үҙ сиратында Башҡортостан Башлығы былай тип белдерҙе: «Беҙ уртаҡ үҫеш, хеҙмәттәшлек өсөн тормошҡа ашырылмаған тағы бик ҙур потенциал барлығын аңлайбыҙ. Беҙҙе бер ниндәй ковидтар ҙа, санкциялар ҙа ҡурҡытмай. Һеҙҙең менән эшләргә, халыҡтың һәм Белорусь Республикаһының, Башҡортостандың именлеге үҫешеүен теләйбеҙ».

«Беҙҙе бында туғандары, яҡын дуҫтары кеүек ҡаршы алдылар. Башҡортостан менән Белорусь халҡы ысынлап та туғандаш халыҡтар тип әйтеүҙән дә ҡурҡмайым. Тарихыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ уртаҡ», – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика